Ҡыҙғанысҡа күрә, быйыл һыуҙа 44 үлем осрағы теркәлгән, шуларҙың 6-һы-балалар. Төп сәбәп - йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, шулай уҡ өлкәндәрһеҙ һыу буйҙарына йөрөү.
Башҡортостанда 355 хәүефһеҙ ял итеү урыны асылған, был һан былтырғыға ҡарағанда 197-гә күберәк. Йәғни республикабыҙ йәнә йыһазландырылған пляждар һаны буйынса Волга буйында алда бара. Әммә эштәр ҙә күп кенә. Әле һыу инеү миҙгеле тамамланмаған, тимәк, хәүефһеҙ урындар һанын арттырыуҙы һәм ял итеү зоналарын патрулләүҙе дауам итергә кәрәк.