+12 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
28 Июля 2025, 07:26

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина күркәм ғүмер байрамын – 50 йәшен билдәләй.

Ихлас ҡотлайбыҙ!Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Лариса Хашим ҡыҙы!
Һеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

 

Һеҙ - илһөйәр, телһөйәр шағирә, тос фекерле, талантлы журналист һәм хеҙмәткәрҙәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы, ғәҙел етәксе. Беҙ, "Аҡбуҙат"тар, һеҙҙең менән ҡулға-ҡул тотоноп, республикабыҙ балалары өсөн шәп баҫма сығарыу һәм балалар әҙәбиәтен үҫтереү өлкәһендә бергә эшләүебеҙгә ғорурланабыҙ! Һәр ваҡытта ла ғәзиз әсәйегеҙ һәм улдарығыҙға изгелекле-игелекле, ярҙамсыл, киң күңелле булыуығыҙ менән һоҡланабыҙ!

 

Хоҙай тәғәлә һеҙгә, яҡындарығыҙға сәләмәт тормош, рух ныҡлығы, көслө иман насип итһен! Башҡорт моңондай оҙон ғүмер, бәрәкәтле көндәр һәм шатлыҡ-һөйөнөстәр менән биҙәлгән яҡты миҙгелдәр теләйбеҙ!
Сихри "Аҡбуҙат"тың ҡанаттары талмаһын, кескәйҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәренән ижад ҡыуаныстары артып торһон!

 

Һеҙгә оло хөрмәт менән, яратып, "Аҡбуҙат"тар!

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас