Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль , 14:50

Йәшәгеҙ, сабыйҙар, балалар!

Был йылдың тәүге 6 айында төбәктә балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә ыңғай һөҙөмтәләр теркәлгән: сабыйҙар үлеме – 14,5%, балалар үлеме 16,5%-ҡа кәмегән. Ә ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар араһында иҫән ҡалыу 95 процент тәшкил итә.

Йәшәгеҙ, сабыйҙар, балалар!
Йәшәгеҙ, сабыйҙар, балалар!

Был һандарға өлгәшеү өсөн:
- Ваҡытынан алда тыуған балаларҙы күҙәтеү системаһы индерелде — әле 1645 сабый иҫәптә тора.
- Республика балалар клиник дауаханаһында иртә йәштәге бүлексә эшләй: 3 меңдән ашыу сабый ҡаралған, 50-һе дауаханаға оҙатылған, 114 сабый «Салют» үҙәгендә реабилитация үткән.
- Телемедицина үҙәге аша ситтән тороп консультация биреү эше әүҙем үҫешә.

Һуңғы алты йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме ике тапҡырға тиерлек кәмегән, хәҙер ул Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән түбәнерәк. "Был яҡшы һөҙөмтә. Мин һеҙҙе ҡотлайым», — тине Владимир Путин, Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп.

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: