+1 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
27 Июля 2025, 08:58

"Әлифба" йәнһүрәтенең икенсе миҙгеле донъя күрәсәк!

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров үҙенең сәхифәһендә белдерҙе һәм пост аҙағында "Беҙ малайҙар менән ҡараныҡ", - тип тә өҫтәне.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ул - «Муха» студияһы төшөргән анимациялы белем биреү - күңел асыу сериалы. Маҡсаты - сабыйҙарға башҡорт телен үҙләштереүҙә ярҙам итеү.

 

Йәнһүрәттең беренсе миҙгеле балаларҙы хәрефтәр менән таныштырһа, икенсеһе - һандар һәм ваҡыт тураһында. Бөтәһе 60 серия планлаштырыла. Йәнһүрәттең ике миҙгеле лә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлә.

 

Йәнһүрәттең яңы сериаларын социаль селтәрҙәрҙә ҡарап барырға була - vk.com/multalifba

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас