+3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль , 13:39

Фестиваль төньяҡ халыҡтары мәҙәниәте менән дә таныштыра

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында үткәрелгән "Рәхәтлектә" IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленә килһәгеҙ, күлде уратып, рәт-рәт булып теҙелгән һатыу, күргәҙмә, күңел асыу нөктәләрен аҙағына тиклем үтергә кәңәш итәбеҙ! Сөнки тап фестивалдең иң төпкөлөндә һеҙҙе серле, ғәжәйеп донъя көтә. Бында "Илир" төньяҡ халыҡтары торағы урынлашҡан. Был - күсмә этнографик проект, ул - тере мәҙәниәт! Проект авторы - Хадри Окотэтто.

Шулай уҡ уларҙың "Әкиәттәр чумы" кескәйҙәр һәм ололарҙы төнъяҡ мәҙәниәт донъяһына алып инер. Йәкшәмбе көнө иртәнге 10:00 сәғәттән киске 21:00 сәғәткә тиклем унда күләгәле әкиәттәр театры, "Нетти әкиәттәренең мөғжизәле донъяһы" мини-концерты, Н.УХУКО ҡурсаҡтарын эшләү оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар ойоштороласаҡ.
 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: