+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль , 14:32

Мунса фестиваленә рәхим итегеҙ!

26 һәм 27 июлдә Өфө "Рәхәтлектә" IV Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивален ҡабул итәсәк. Унда 25 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Мунса фестиваленә рәхим итегеҙ!
Мунса фестиваленә рәхим итегеҙ!

"Ҡашҡаҙан" паркында үтәсәк фестиваль программаһы бик бай булмаҡсы: мәҙәни һәм спорт саралары, эшлекле осрашыуҙар, фитнес-тренировкалар, оҫталыҡ дәрестәре, релаксацион практика һәм массаж зоналары, күбекле дискотека, гастрофестиваль һәм башҡалар. Әйткәндәй, фестиваль бушлай үткәрелә. Йәш сикләүе юҡ: +0

Күңел асыу программаһынан тыш, форум бизнес үҫтереүгә, һаулыҡты нығытыуға һәм социаль ярҙамға йүнәлтелгән. Ул Башҡортостан хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Ике көн дауамында барған фестивалдә һәр йәш категорияһы өсөн ҡыҙыҡлы саралар күҙаллана.

Эшлекле программа өс өлөшкә бүленә. Беренсе көн һауыҡтырыу, сәләмәтләндереү практикаларына арнала. Икенсе көн - иҡтисад һәм туризм көнө. Өсөнсө өлөш ҡырағай дарыу үләндәре менән һауыҡтырыуға бүленә.

Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәргә үҙҙәре менән тәпишкә һәм мунса кәрәк-яраҡтарын алып килергә тәҡдим итәләр.

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: