Улар Рәсәй Федерацияһы Геройы Серафимов Максим Владимирович исемендәге Башҡортостан Республикаһының "Патриот" хәрби - патриотик паркы"нда урынлаштырылды. Кескәйҙәр өсөн бай программа ҡаралған. Мәҫәлән, «Тура хан» евразия күсмә цивилизациялар музейына, «Торатау» визит-үҙәгенә, «Башҡортостан» Милли паркына, Воскресенск баҡыр иретеү заводына һәм картиналар галереяһына сәйәхәт. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия ла ойоштороласаҡ. Үзбәкстан балалары төбәк өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан компетенцияларҙы киңәйтеүгә һәм формалаштырыуға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашасаҡ.