-13 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль , 17:02

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҡыу йорттарын ремонтлау барышы тикшерелде

Башҡортостанда яңы уҡыу йылына 35 мәктәп, өс колледж һәм ике балалар баҡсаһы яңыртыласаҡ. Бер йыллыҡ цикл объекттарының төҙөлөш әҙерлеге – 84, ике йыллыҡ цикл объекттарының әҙерлеге 98,15 процент тәшкил итә. Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҡыу йорттарын ремонтлау барышы тикшерелде
Башҡортостан Хөкүмәтендә уҡыу йорттарын ремонтлау барышы тикшерелде

Әлеге ваҡытта бөтәһе 12 муниципаль берәмектә эштәр бара. Бөрйән районының Аҫҡар, Саҡмағош районының Имәнлекүл һәм Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылдарында, Өфөнөң 4-се мәктәбендә эштәр яҡшы темпта бара. Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернатында капиталь ремонт тамамланған. Ике йыллыҡ цикл объекттары араһында яңы уҡыу йылына Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се, Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбе һәм Учалы коррекция мәктәп-интернаты хәҙерҙән әҙер. Мәғлүмәт һәм фотолар - "Глава республики Башкортостан" сайтынан

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҡыу йорттарын ремонтлау барышы тикшерелде
Башҡортостан Хөкүмәтендә уҡыу йорттарын ремонтлау барышы тикшерелде
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: