2025 йылда ғына: - Медицина учреждениеларына 31 ашығыс ярҙам машинаһы тапшырылды. - Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы асылды. - Учалыла һәм Өфөлә яңы хирургия һәм поликлиника объекттары төҙөлә башланы. Шулай уҡ: - Райондарҙа 6 яңы поликлиника төҙөләсәк һәм 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырыласаҡ. - 9 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәреләсәк. - Тағы бер нисә тиҫтә берәмек медицина транспорты тапшырыласаҡ. - 4 меңдән ашыу яңы ҡорамал ҡуйыласаҡ. - 4 модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөйәсәктәр. Ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре: - Сабыйҙар үлеме 10 процентҡа кәмегән. - Эшкә һәләтлеләрҙең үлем осраҡтары 9,5 процентҡа төшкән. - 971 кеше диспансеризация үткән. Еңеүҙәр ҙә күп кенә: - Һуғыш ветерандары республика госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы типҡ танылды. — Аутизм диагнозлы балаларға ярҙам проекты - илдә иң яҡшы өсәү иҫәбендә. - 129 табипҡа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса 144,5 миллион һумлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Әлеге ваҡытта Республиканың төп маҡсаттарының береһе - 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу.