Тап ошо уңайҙан бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында «Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре» объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә арналған брифинг ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты эшмәкәрлеге кураторы Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау Һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов ҡатнашты.
Данир Әхмәҙи улы белдереүенсә, Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индереү эше 2012 йылдарҙа уҡ башлана. Тәүге тапҡыр ЮНЕСКО белгестәре мәмерйә менән танышырға килгәс, уның ни тиклем уникаль булыуын әйтеп бирә. Тик стеналарҙың бысраҡ торошо (туристар ҡалдырған яҙыуҙар), хәүефһеҙлек системаһының етерлек кимәлдә булмауы, инфраструктура үҫеше аҡһауы эште бер аҙ тотҡарлай. Һәм бына инде нисә йыл рәттән ошо етешһеҙлектәр өҫтөндә эш алып барылып, ниһайәт, эксперт берләшмәһе ағзалары 2025 йылдың 12 июлендә Парижда Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында бер тауыштан ҡарар ҡабул итте.
Брифинг спикерҙары белдереүенсә, яңы музей комплексы асылыуы, Шүлгәнташтың даны бермә-бер артыуы урындағы халыҡ өсөн дә бик ҡулай: мәмерйә тирәләй урынлашҡан ауылдарға асфальт юл һалынды, бәйләнеш булдырылды, газ үткәрелә. Ауылдағы халыҡ өсөн аҡса эшләү шарттары ла бермә-бер артты.
Тағы ла шуныһы үҙенсәлекле: эксперттар белдереүенсә, Шүлгәнташта табылған боронғо һүрәттәр Европалағы башҡа мәмерйә рәсемдәренән бөтөнләй айырыла. Тап шул йәһәттән ата-бабаларыбыҙҙың донъяға үҙ ҡарашы, үҙ хыялдары һәм үҙ мәҙәниәте булыуы көн кеүек асыҡ.
«Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында балалар өсөн дә уйын зоналары булдырылған. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов "Беҙҙә балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Кескәйҙәргә айырыуса үҙ ҡулдары менән буяу эшләп, стенала һүрәт төшөрөү дәрестәре оҡшай. Шулай уҡ "Урал батыр" класы ла булдырылды. Ул көҙгөһөн асыласаҡ", - тип белдерҙе.