Ә бына кисә генә проект авторы, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Бөрйән районында урынлашҡан "Ағиҙел" тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерында осрашыуҙа булды.
Лагерҙың өлкән әйҙәүсеһе Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова бик йылы ҡаршы алды беҙҙе. Ул балаларҙы матбуғатҡа яҙылырға өндәне, балалар баҫмаһының шәхес тәрбиәләүҙәге ролен билдәләне.
Сарала районда донъя күргән "Таң" гәзитенең баш мөхәррире Рушан Шамил улы Байымов, гәзиттең фотокорреспонденты, шағир Булат Самат улы Тимерғәлиев, район мәғариф бүлеге методисы, лагерь кураторы Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева һәм "Мин - йәш Шәһитсе!" медиамәктәбе уҡыусылары Шәүрә Манапова менән Гөлназ Манапова ла ҡатнашты!
Рушан Шамил улы балаларҙы район баҫмаһы менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. "Һәр берегеҙҙең мәҡәләһен көтөп ҡалабыҙ!" - тине ул. Шағир, фотохәбәрсе Булат Тимерғәлиев ябай тел менән баҫма матбуғаттың әһәмиәте, фотоға төшөрөү нескәлектәре хаҡында һөйләне. Һөйләне генә түгел, ә фотоға төшөргәндә ниндәй алымдар ҡулланыуын эш барышында күрһәтте. Ул нескә юмор менән балаларҙы көлдөрөп, йылмайтып, фотоға төшөрҙө!
Туған тел, тыуған ер, милләт яҙмышы, рух, милли журналистика һәм башҡа күп төрлө мөһим төшөнсәләр хаҡында булды һүҙ. Лагерҙа ял итеүсе етмешкә яҡын бала Лариса Абдуллина ҡулынан быйыл ғына донъя күргән "Мин - йәш Шәһитсе" журналын алып һөйөндө.
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.