Алимент түләүҙән төрлөсә сәбәп табып ҡасып йөрөгән ир кешегә ҡарата Ҡалтасы район бүлексәһе суд приставтары протокол төҙөй, әммә атай кеше судҡа килмәй.
Бынан һуң суд приставтары ир кешегә үҙҙәре барып ишек ҡағырға була. Ишекте ир менән бер фатирҙа тороусы ҡатын аса һәм иптәшенең иртә менән балыҡҡа китеүе хаҡында хәбәр итә. Әммә суд приставы хеҙмәткәрҙәре ҡатындың һүҙҙәренә ышанмай һәм өйҙө ҡарап сығырға була. Ҙур булмаған фатирҙың эсендә алименттан ҡасып йөрөүсе ата кеше тиҙ табыла: һыуытҡыс артына стенаға һыйынып ҡына ултырған бурыслы атайҙы суд хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән алып китергә мәжбүр була. Судья ҡарары буйынса алимент түләмәгән өсөн ир-атҡа шартлы рәүештә 6 айға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.