Унда Екатеринбург һәм Свердловск өлкәһе халҡы, Башҡортостан һәм Татарстан ҡунаҡтары, Свердловск өлкәһенең милли ижади коллективтары һәм милли-мәҙәни ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.
Мәҙәни программа бай һәм йөкмәткеле. Үҙенең сығыштары менән Урал дәүләт академия рус халыҡ хоры, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Учалы филармонияһының "Уралтау" бейеү ансамбле, Татарстандың "Ағиҙел" дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, халыҡ артистары, эстрада йондоҙҙары халыҡты ҡыуандырмаҡсы.
Байрамдың ярыштарында ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр ҙә шәп: смартфондар, ноутбуктар, аҡыллы колонкалар, робот-саңһурҙырғыстар. Төп бүләк - автомобиль!
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ҡурайсы-педагог Ранис Рәйес улы Алтынбаев байрамға килгән кескәй ҡунаҡтарға "Аҡбуҙат" журналын тапшырҙы.