Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль , 18:40

ИҒТИБАР!!! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

"ИҢ ШӘП ӨЛӘСӘЙ" !!!"Аҡбуҙат" журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф министрлығы менән берлектә яңы конкурс иғлан итә! Уның менән беҙ республикабыҙҙағы иң шәп өләсәйҙәрҙе билдәләмәксебеҙ!

ИҒТИБАР!!! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР!!! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

"Иң шәп өләсәй" конкурсы 1 июлдә - 28 ноябргә тиклем бара!

 

Конкурстың үткәреү тәртибе һәм шарттары:

 

🖊башҡорт мөхитен булдырыу һәм кескәйҙәр менән тик башҡортса аралашыу;
🖊балаларҙы башҡорт әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм халыҡ уйындары менән таныштырыу;
🖊балалар баҡсалары төркөмдәренә башҡорт йолаларын индереү;
🖊балалар менән ҡул эштәрен башҡарыу (мәҫәлән, башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү);
🖊төрлө балалар баҡсаһында саралар үткәреү;
🖊"Аҡбуҙат" журналына яҙылыу ойоштороу;
🖊конкурсҡа ярашлы үткәрелгән сараларҙы социаль селтәрҙәрҙә ("Бәйләнеш", Телеграмм) яҡтыртып барыу;
🖊"Аҡбуҙат" журналы (vk.com/journal_akbuzat) һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (vk.com/kurultaibashkir) төркөмөнә яҙылыу.

 

Еңеүселәргә шәп бүләктәр ҙә әҙерләнгән! Бына улар:
🎁 3 робот саңһурғыс;
🎁 3 "Алиса" аҡыллы колонкаҺы;
🎁 2 икмәк мейесе;
🎁 1 саңһурғыс!

 

Конкурстың беренсе этабы "Аҡбуҙат" журналының төркөмөндә алып барыласаҡ. Бының өсөн akbuzat-journal@yandex.ru электрон почтаһына исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы һәм сифатлы фоторәсемегеҙҙе ебәреү кәрәк.
❗Хатығыҙҙың башында "Иң шәп өләсәй" конкурсы өсөн" тип күрһәтергә онотмағыҙ!

 

Положениены ла беркетәбеҙ - vk.com/album-196702306_3092..

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: