Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы съезында “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы "Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән маҡтаулы исем бирелде!
Тыуған телем, тыуған ерем, халҡым тип янып йәшәгән һәм эшләгән етәксебеҙгә ошо юғары награда бирелеүе - беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс!
Ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Лариса Хашим ҡыҙы! Тынғыһыҙ, яуаплы эшегеҙҙә ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!