Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь , 11:10

Имтиханды нисек "йөҙ балға" тапшырырға?

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары ла шәп яңылыҡ менән уртаҡлашты - Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусыһы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтиханында өс фәнде: физика, информатика һәм профилле математиканы йөҙ балға тапшырҙы!

Имтиханды нисек "йөҙ балға" тапшырырға?
Имтиханды нисек "йөҙ балға" тапшырырға?

Алексей белем алған Өфөнөң 153-сө лицейы директоры Алла Скалина уҡыусыларҙы имтихандарға уңышлы әҙерләүҙең бер-нисә факторын билдәләп үтте:
- Уҡыу мөхите. Күп һанлы интеллектуаль саралар, лицей уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһында һәм юғары уҡыу йорттары олимпиадаларында ҡатнашыуы, лицей театры, музей, спорт клубы һәм һөнәри йүнәлеш биреү эшенең башҡа формалары.
- Технология профиле. Уҡыусылар репетиторҙар ярҙамынан тыш технологик профилле предметтар буйынса сифатлы әҙерлек ала.
- Предметтарҙы өйрәнеү өсөн сәғәттәр һаны. Математикаға — 10 сәғәт, физикаға — 9, информатикаға 4 сәғәт бүленә.
- Уҡыусылар үткән йылдарҙың Берҙәм дәүләт имтихандары күнегеүҙәре менән танышып ҡына ҡалмай, ә уларҙы үҙҙәре башҡарып ҡарай.
- Педагогик коллективтың юғары кимәле.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: