Уның ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге.
Бушлай үткәрелгән семинарҙа Йәмәғәт проекттары Ресурс үҙәге эксперты Лира Волкова түбәндәге һорауҙар буйынса сығыш яһаны:
- Грант ғаризаларында ебәрелгән типик хаталарҙы тикшереү;
- Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында ҡатнашыу өсөн проекттар әҙерләү буйынса консультациялар (2026 йыл);
- Ресурс үҙәге эксперттарынан методик ярҙам;
- Эксперттарға һорауҙар биреү һәм шәхсән тәҡдимдәр алыу.
Иғтибар! Президент мәҙәни башланғыстар фондының яңы конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 10 июлгә тиклем дауам ителә. Кемдәрҙең шәп проекттары бар, өлгөрөп ҡалығыҙ!