Нефтекама ҡалаһы балаларының рәсемдәре лә бик сағыу, матур килеп сыҡҡан. Улар журнал биттәрен йәмләп тора!
Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның балаларға әйтер һүҙе-алғышы һәр ваҡыттағыса фәһемле.
Кескәйҙәргә яратҡан буям да, уйындар ҙа, Светлана Чураеванан комикс, кроссворд та бар июнь һанында.
Рәмзәнә Әбүталипованың журнал эсендәге китапсығы дүрт юллыҡ шиғырҙарҙан тора. Улар балаларға уҡырға ла, ятларға ла бик ҡулай!
Земфира Аҡбутинаның "Һаҡсы" шиғыры ике телгә тәржемәләнгән. Рус һәм инглиз телдәрендә нисегерәк яңғырай икән был шиғыр , тип уйлаһағыҙ, журналда таныша алырһығыҙ!
"Замана тәрбиәсеһе" рубрикаһында Сибай ҡалаһы "Әкиәт" балалар баҡсаһынан уҡытыусы-логопедтар Әлфиә Хәсәнова һәм Лилиә Ишмырҙиналарҙың бик файҙалы уйындары урын алды.
"Аҡбуҙат"тың дуҫтары - Белорет ҡалаһы 25-се һанлы "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы һәм Өфө ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары!
"Шәхес һәм мин" рубрикаһында ике Асия менән таныша алаһығыҙ!