Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь , 17:52

"Китап" магазинына саҡырабыҙ!

Хөрмәтле уҡыусылар, иртәгә, 25 июндә, һеҙҙе «Китап» магазинына саҡырабыҙ! Унда «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ!

"Китап" магазинына саҡырабыҙ!
"Китап" магазинына саҡырабыҙ!

Шулай уҡ бында хәйриә акцияһына ҡушылып, һеҙ яҡындарығыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, балалар йорттарыа гәзит-журналдар яҙҙыра алаһығыҙ!

Бар квитанциялар ҙа бүләк отоу уйынында ҡатнашасаҡ! Еңеүсе июль айында Башҡортостан "Юлдаш" телеканалының тура эфирында «Сәләм» тапшырыуында билдәләнә!

Сара иртәгә Ленин урамында урынлашҡан "Китап" магазинында иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем үтә.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас