Хәүефле мәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатынан профилле ведомство белгестәре тура эфирҙа сығыш яһай: Янғын ваҡытында йә һыуҙа хәүефһеҙлек саралары, ҡурҡыныс янағанда үҙеңә һәм башҡаларға нисек ярҙам итергә?
Балалар өйҙә һәм урамда үҙҙәрен нисек һаҡларға тейеш?
Талпандарҙан, эттәрҙән нисек һаҡланырға?
Йылан, йә ҡырағай хайуан менән тап булышҡанда, нимә эшләргә?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфир ваҡытында, шулай уҡ телеканалдың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә, Башҡортостандың Үҙәк телевидениеһы һәм Республика Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ!
Брифинг БСТ телеканалында 19 июндә 19:00 сәғәттә үтәсәк, тура эфирҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ!