Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь , 14:26

Балалар баҫмалары менән кескәй саҡтан дуҫ!

"Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусылары республика баҫмаларын кескәй саҡтарынан алдыра, уҡый. Бәлки, журналистикаға булған ҡыҙыҡһыныу улар күңелендә тап ошо сәбәптән барлыҡҡа килгәндер.

Балалар баҫмалары менән кескәй саҡтан дуҫ!
Балалар баҫмалары менән кескәй саҡтан дуҫ!
Бөрйәндән Гөлназ Манаповаға әле уҡый-яҙа белмәгән сағында уҡ "Аҡбуҙат" журналын алдырһалар, төрлө конкурстарҙа ла кес кенә сағынан ҡатнашҡан. Медиамәктәп осоронда ла бик күп мәҡәлә, постар яҙып, беҙ уны "Сәләм" тапшырыуына ла алып барғайныҡ.
 
Маҡсатлы, тырыш, етди Гөлназыбыҙҙың хыялдары тормошҡа ашһын тип теләйек!
 
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
 
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: