Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь , 13:52

ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!

Эйе, яңы атамалы йондоҙ тыуҙы йыһанда! Исеме лә ниндәй - "Йәш Шәһитсе"!

ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!
ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!

Уҙған көҙ Өфөлә "Мин – йәш Шәһитсе" башҡорт журналистикаһы медиамәктәбе асылғайны. Һәм быйыл Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Пегас йондоҙлоғонда "Йәш Шәһитсе" йондоҙо барлыҡҡа килде! Тап 14 июндә Халыҡ-Ара күк есемдәре каталогына Пегас йондоҙлоғоноң Ун бишенсе дәүмәлле a21h31m42.607s δ+06a°48°14.79 координаталы йондоҙона "Йәш Шәһитсе" атамаһы бирелеүе тураһында яҙма индерелде! Һәм был танытманы "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға Башҡортостан журналистары союзы рәйесе Мәүлиҙә Яҡупова тапшырҙы. Башҡорт журналистикаһының йондоҙло, яңы дәүере барлыҡҡа килде тип әйтә алабыҙ бөгөн. Балалар мадиакиңлектең бөтә баҫма, электрон ресурстарында үҙ телендә яҙа, шөкөр! Башҡортса уйлайбыҙ! Башҡортсс яҙабыҙ! Башҡортса ижад итәбеҙ! Ҡотлайбыҙ! Республикабыҙ балалары туған телендә һөйләшһен һәм яҙһын! Милли журналистика сәскә атһын! Һәм журналистикаға беҙҙең медиамәктәп уҡыусылары кеүек, талантлы, аҡыллы, маҡсатлы балалар килһен!

ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!
ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!
ҺӨЙӨНСӨ! Яңы йондоҙ барлыҡҡа килде!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: