Ул декабрҙә үтә. Был хаҡта Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында билдәле булды.
"Беҙҙең өсөн иң мөһиме — ҡыҙыҡлы, лайыҡлы ярыштар үткәреү, тап шул ярыштар менән беҙ милләт сәләмәтлеген дә хәстәрләйәсәкбеҙ», - тип билдәләгәйне Владимир Путин.
Балаларҙың һаулығы өсөн медицина инфраструктураһын үҫтереү генә етмәй, шул уҡ ваҡытта спорт программаларын тормошҡа ашырыу ҙа мөһим. Рәсәйҙә төрлө профилле 60 меңдән ашыу физкультура-спорт клубы эшләй, уларҙа 24 миллион кеше шөғөлләнә, уларҙың 7,5 миллионы - балалар.
Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай: 130 меңдән ашыу яраҡлаштырылған объектта 400 мең самаһы бала шөғөлләнә.
Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү өсөн Рәсәй спорт фонды булдырыласаҡ, ул спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, спорт объекттарын төҙөү һәм модернизациялау, илдең спорт резервын әҙерләү, халыҡ-ара аренала Рәсәй спортының конкурентлыҡ һәләтен күтәреү, шулай уҡ Рәсәйҙә физик культураны һәм спортты үҫтереүҙе финанс яҡтан тәьмин итеү менән шөғөлләнәсәк.