-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь , 16:10

Йәш сәсәндәрҙең 27-се төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

“Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 27-се төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһында”Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина балаларҙы махсус бүләктәр менән тәбрикләп үтте.

✔️Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призына лайыҡ булыусылар:
🖊️Сыңғыҙова Алһыу,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе;
🖊️Төркмәнова Аида,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе;
🖊️Ишбаева Алтынай,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе;
🖊️Сафина Самира,
Бөрйән районы Байназар ауылы мәктәбе;
🖊️Тайсин Ибраһим,
Өфө районы Шамонин ауылы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы.

 

✔️Аҡбуҙат журналының махсус призына лайыҡ булыусылар:
🖊️Шәрипов Бәхтийәр,
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы «Йәйғор» балалар баҡсаһы;
🖊️Сәйетбаталов Батырхан,
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе.

 

Афарин, балалар!
Һәр саҡ йор һүҙле, сәсән телле булып ҡалығыҙ!

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: