«Самрау батша бүләге» спектакленең режиссеры Фирғәт Ғарипов боронғо эпостарҙың геройҙары ни өсөн хәҙерге супергеройҙар менән ярыша ала һәм йәш тамашасыларҙы милли мираҫ менән нисек таныштырыу кәрәклеге хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Фирғәт Ғарипов билдәләүенсә, спектаклдең төп бурысы – балаларҙы боронғо текст менән таныштырыу ғына түгел, ә уларҙа эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Һәм, ысынлап та, спектаклдән һуң балалар Урал батыр хаҡында үҙ-ара һөйләшергә, уны супергеройҙар менән сағыштырырға кереште.
Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.