
Мәҫәлән, 5 июнь көнө кескәйҙәр Винни-пух һәм Пятачок менән күңел асһа, 6-һы көнө Арыҫлан (Львенок) һәм Кеша янына йыйылдылар, 7 июнь Матроскин ҡушаматлы бесәй һәм Шарик тигән эт менән бергә күңел астыҡ.
Иртәгә, фестивалдең һуңғы көнөндә, "Союзмультфильм"дың бар геройҙары ла ҡабат балалар менән осрашыуға киләсәк. Программала шулай уҡ беләҙектәр үреү, муйынсаҡ һәм брошюралар эшләү, "Көй буйынса йәнһүрәтте таны" музыкаль квизы көтөлә.
Фото: «Әйҙә, уйнарға!» фестивале матбуғат хеҙмәте.