Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2025, 19:09

"Аҡбуҙат" - бүләккә шәп!

Беҙҙең "йәш Шәһитсе"ләр, әлбиттә, "Аҡбуҙат" журналын алдыра.

Ә бына Инйәрҙән килеп еткән Ислам Ғәлиәкбәров менән Зөлхизә Йосопова "Китап-байрам" йәрминкәһендә ойошторолған республика баҫмаларына яҙылыу акцияһынан ситтә ҡалмай, журналға тағы ла яҙылды һәм дуҫтарына, туғандарына бүләк эшләне.

 

Әйткәндәй, 3 июндән 13 июнгә тиклем милли матбуғатҡа ташлама менән яҙылыу ун көнлөгө үтә!
Баҫмаға ташлама менән яҙылыу хаҡы - 419 һум 34 тин!
"Аҡбуҙат" ҡа ташлама менән яҙылып өлгөрөгөҙ!

 

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас