Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин белдерҙе. Балалар өсөн тематик профилле сменалар булдырыла. Ауыр тормош шарттарында ҡалған үҫмерҙәр өсөн - "Йәш спецназовцы", юл ҡағиҙәләре буйынса йәш инспекторҙарға - "Хәүефһеҙ юлдар. 102-се төбәк", эске эштәр органы күҙәтеүе аҫтында торғандарға - "Хәүефһеҙ каникулдар коды" һәм Башҡортостан мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса "Йәйләү" лагерҙары эшләйәсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың балалар лагерҙары Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 баланы һәм 50 оҙатып килеүсене ҡабул итәсәк. Уларҙы Мәләүез районындағы «Дуҫлыҡ» спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында урынлаштыралар.