Сараны Башҡортостандың «Беренселәре хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Сарала 6 - 18 йәшлек 300-ҙән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнашты. Фестиваль Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Сара барышында батырлыҡ һәм геройҙар тураһында әҙәби-музыкаль акциялар, МХО ветерандары һәм герой балалар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Фестиваль йәштәр араһында илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға йүнәлтелде.