0 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
2 Июня 2025, 12:45

"Беренселәр хәрәкәте" берләштерә!

1 июндә Өфөнөң Иван Яҡутов исемендәге паркында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалыҡ Һәм үҫмерлек фестивале үтте.

"Беренселәр хәрәкәте" берләштерә!"Беренселәр хәрәкәте" берләштерә!
"Беренселәр хәрәкәте" берләштерә!

Сараны ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһының “Беренселәр хәрәкәте” Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе. Сарала 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге 300-ҙән ашыу активист ҡатнашты. Фестиваль Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.

Программала батырлыҡ һәм геройҙар тураһында музыкаль-әҙәби акциялар, махсус хәрби операция ветерандары һәм герой балалар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Шулай уҡ «Беҙ - Рәсәй граждандары!" бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә паспорттар тапшырыу тантанаһы уҙғарылды.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас