Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май , 18:36

Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!

Яҙыусылар Бөйөк Ватан һуғышында "ҡылыс һәм ҡәләм менән" һуғышты тиергә була. Башҡортостандан илленән ашыу яҙыусы фронтҡа китһә, шуларҙың утыҙҙан ашыуы ғына төрлө яра һәм наградалар менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта ала.

Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!

Бөгөн Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы уңайынан БР Милли әҙәбиәт музейының "Яҙыусы-фронтовиктар - Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары" тигән күргәҙмә эшләне. Унда фронтовик яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәре, наградалары, сувенирҙары, хаттары урын алды.

Күргәҙмә менән танышырға килеүселәргә яҙыусы-фронтовиктарҙың (Ғәли Ибраһимов, Ғилемдар Рамазанов, Яҡуп Ҡолмой, Муса Ғәли) Бөйөк Ватан һуғышында хәрби ҡаҙаныштары өсөн алған наградалары айырыуса оҡшаны.

Плакаттар икегә бүлеп бирелгән. Беренсеһендә тыуған ил өсөн ғүмерен биргән шағирҙар һәм яҙыусылар урын алһа, икенсеһендә - еңеү менән ҡайтҡандарҙың фоторәсемдәре.

Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең фронт хаттары, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев менән полковник Азат Магазовтың хәрби кителдәре... Һәр экспонат оло тарих һөйләй бында. Шулай уҡ беҙҙең замандашыбыҙ, махсус хәрби операцияла һәләк булған Сабит Фазлайҙың да фотоһы һәм романы урын алған.

Бөйөк Еңеү геройҙарына арналған күргәҙмә менән танышырға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар иҫтәлеккә үҙҙәренең автографтарын һәм изге теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.

Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Яҙыусылар йортонда - фронтовик яҙыусыларға арналған күргәҙмә!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: