Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май , 15:34

Мин дә бөйөк кеше булырмын!

Белгестәр билдәләүенсә, бөйөк кешеләрҙең автобиографияһы менән танышыу балалар өсөн бик мөһим. Ул шәхестәрҙең дә уңышҡа илткән юлында ауырлыҡтар осрап тороуын, уларҙың да ябай ғаиләнән булыуын аңлау кескәйҙәргә хыял ҡорорға, рухи яҡтан көслө булырға ярҙам итә.

Мин дә бөйөк кеше булырмын!
Мин дә бөйөк кеше булырмын!

"Китап-байрам" йәрминкәһе сиктәрендә "Русское Слово" нәшриәте "Шаги к Победе" интерактив сараһын ойошторҙо. Уның девизы: "Балалар өсөн яңы китап менән танышабыҙ һәм командирҙың картаһын төҙөргә өйрәнәбеҙ". Нәшриәттә балалар өсөн бөйөк кешеләр хаҡында нәшер ителгән китаптар хаҡында һүҙ барҙы.

 

"Русское слово" нәшриәтенең маркетинг буйынса директоры Инна Буторина: "Беҙҙең нәшриәттә сыҡҡан китаптарҙың һүрәттәрен төшөрөүҙә яһалма интеллект бөтөнләй ҡулланылмай. Рәссамдар, рәсемдәр ысынбарлыҡҡа тура килһен өсөн, музейҙарға йөрөйҙәр, бөйөк шәхестәрҙең тормошо менән яҡындан танышалар", - тине.

 

"Русское слово" нәшриәтенең мәғлүмәт-методик үҙәге етәксеһе Кочеров Юрий Алексеевич түбәндәгеләрҙе билдәләп үтте: "Беҙҙең нәшриәттә донъя күргән китаптар тәрбиәүи, фәлсәфәүи, белем биреү кеүек бурыстарҙы үтәй. Автобиографиларҙы өйрәнеү ҡай саҡ оло кешегә лә ауыр бирелә, ә беҙҙә донъя күргән китаптар балалар өсөн аңлайышлы телдә яҙылған, сағыу һүрәттәр уларҙы тағы ла уҡымлыраҡ итә".

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: