Ул "Башҡортостан 24" телеканалында тура эфирҙа алып барылды һәм водитель балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелде. Сараның спикерҙары: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов, Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы закондар үтәлешен күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Динар Шәкиров, Башҡортостан Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе Илмир Ғәниев, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар белгесе травматолог-ортопед Тимур Псәнчин. Йәй етеү менән балалар һәм үҫмерҙәр араһында юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йышая һәм йәрәхәтләнеүселәр һаны ла арта. Мәҫәлән, быйыл ғына 44 бала юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙа тотолған, шуларҙың берәүһе икенсе рәттән теркәлгән. Был инде - енәйәт статьяһы булып тора. Владимир Александрович үҙенең телмәрендә балаларҙың йәрәхәтләнеүендә төп сәбәпсе - ата-әсәләр үҙҙәре, тине: "Ни өсөн балаларына транпорт алалар? Балаһына ярарға тырышыумы был? Транпорт алған ваҡытта был ваҡиға ҙур трагедия менән барып бөтөргә мөмкин икәнлеген ниңә уйламай ололар?" - тине ул. Илмир Фәиз улы ла, һуңғы 3 йылда юл транспорт фажиғәләренең 3 тапҡырға артыуын билдәләп, "Штрафтар ҙа ҙур ғына хәҙер. Тик беҙҙе дошман күрергә кәрәкмәй, беҙ бит һеҙҙең балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге һағында торабыҙ. Ата-әсәләр беҙҙең менән бергә эш итһен ине. Балаға мототранспорт алғансы, шул аҡсаға төрлө түңәрәк, секцияларға биреү отошлораҡ түгелме не? Хәүефһеҙ рәүештә өйрәнһендәр "тимер аттар"ҙа елдеререгә", - тине. Юл фажиғәләре һаны йылдан-йыл арта. Уларҙы кәметеү өсөн нимәләр эшләнә, ҡағиҙә боҙоусыларҙы ниндәй язалар көтә, ниндәй профилактик саралар үткәрелә? Ошо хаҡта барған бөгөнгө матбуғат конференцияһы бөгөн 19:00 сәғәттә "Башҡортостан - 24" телеканалында ҡабатлап күрһәтеләсәк.