+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май , 18:25

Илеш ҡыҙы Путин менән осрашты!

Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ ҙур булмаған ауылда йәшәйһегеҙ, 10-сы синыфта уҡыйһығыҙ, технологиялар менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ! Һәм тап шул ҡыҙыҡһыныу арҡалы бар илгә исемегеҙ билдәлелек яулай һәм һеҙҙе ил Президенты Владимир Путин осрашыуға саҡыра!

Булмаҫ, тиерһегеҙме? Ә бына Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан Ләйлә Шәрипованы Путин осрашыуға саҡырған!

Ләйлә үҙе хаҡында ошоларҙы һөйләне: "Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ үҫә, ата-әсәйебеҙ бала саҡтан уҡ беҙҙе эшкә өйрәтте. Мәҫәлән, беҙ бергәләп картуф ултыртабыҙ, велосипед йүнәтәбеҙ, газон ҡырҡабыҙ. Беҙҙә элек ябай ғына газон ҡырҡыу машинаһы бар ине һәм ул йыш ҡына ватылыр булды. Атай уны йүнәткәндә беҙҙе һәр саҡ ярҙамға саҡырҙы, механизмдарҙың нисек ҡоролғанын аңлатып торҙо. Минеңсә, тап шул мәлдән физика һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһына башланым".

Владимир Путин Милли технологик олимпиада еңеүсеһе Илеш ҡыҙына уңыштар теләне. Осрашыу «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күҙәтеү советы сиктәрендә Кремлдә үтте.

Афарин, Ләйлә! Яулайһы үрҙәрең бейек булһын шулай!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: