Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ йәлеп ителгән федераль аҡсалар күләме буйынса Волга буйы федераль округында — 1-се, Рәсәйҙә 3-сө урын алғайны, шулай уҡ программа буйынса ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә 2-се урында инек: 2024 йылда 6 мәктәп төҙөлөп бөттө, әлеге ваҡытта 25 учреждениела ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә.
Төбәк Башлығы белдереүенсә, ике йыл эсендә модернизация программаһы менән бөтә Башҡортостан буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр: 2022 йылда 63 булһа, 2023 йылда уларҙың һаны - 77. Был белем усаҡтарында яҡынса 37,6 мең бала уҡый.