+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май , 17:18

Үзбәкстан балаларына - "Аҡбуҙат" журналы!

Сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫтарса бәйләнештәр буйынса комитет хәбәр итеүенсә, Ташкентта Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге офисы 24 май көнө "Шатлыҡ" коллективы менән оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Үзбәкстан балаларына - "Аҡбуҙат" журналы!
Үзбәкстан балаларына - "Аҡбуҙат" журналы!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Айгөл Вәхитова менән Айбулат Баһауетдинов балаларға башҡорт бейеү серҙәрен өйрәткән. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ранис Алтынбаев балаларға "Аҡбуҙат" журналдары ла бүләк иткән! Беҙҙең баҫманы республикабыҙҙан, хатта илебеҙҙән ситтә лә уҡыйҙар, афарин!

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: