20 май көнө III "Китап - байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе алдынан Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан "Китап" магазинында матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Әлеге ваҡытта “Китап - байрам”ға Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм 4 илдән 270-ләп ҡатнашыусы теркәлгән. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссиянан тыш быйыл Ирандан да вәкилдәр көтөлә”, - тине Әминә Ивний ҡыҙы. Йылдағыса, "Китап - байрам"да ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары, моделле китапханалар, шулай уҡ яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар һәм сәнғәт белгестәре ҡатнашасаҡ. Быйыл "Китап - байрам"дың девизы - "Һүҙ көсө". Йола буйынса, үткәреү урыны - Совет майҙаны. 30 май - "Батырлыҡ тураһында һүҙ". Был көн Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһына арнала. Беҙҙе яҙыусы Олег Рой һәм шағир Сергей Лобанов менән ижади осрашыуҙар көтә. Рәсәй армияһы театры "Ҡыҙҙар" спектаклен күрһәтеләсәк. 31 май - "Мәңгелек тураһында һүҙ". Был көндә билдәле классиктарҙың әҙәби әҫәрҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашабыҙ. Совет майҙанының төп сәхнәһендә үҙенсәлекле "Династия" спектакле күрһәтеләсәк. Был спектаклдә Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова, Илзе Лиепа, Екатерина Рождественская уйнай. 1 июнь - "Киләсәк тураһында һүҙ". Был көндә бөтә эшмәкәрлек балаларҙы яҡлау көнөнә арнала. Йәш уҡыусыларҙы билдәле яҙыусы Андрей Усачев менән осрашыу көтә. Төп сәхнәлә 600 таланттан торған балалар йыйылма хорының сығышы ҡаралған. Өс көн дауамында 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем тематик майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, билдәле әҙәбиәтселәр менән осрашыуҙар эшләйәсәк, улар араһында легендар "Ежик в тумане" йәнһүрәте авторы Юрий Норштейн Һәм "Сердце Бармы" романы авторы Алексей Иванов кеүек билдәле исемдәр бар. Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов та яңылыҡтар менән бүлеште: “Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән "Китап - байрам" һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ алып килә беҙгә. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһы ике йыл реконструкциялағандан һуң үҙ ишектәрен аса. Шулай уҡ уның янында “Өфө йүкәләре” тигән аллея ла булдырыласаҡ. Киләсәктә унда төрлө саралар, концерттар үткәреү мөмкинселеге буласаҡ. Шулай уҡ ғаилә менән ял итеү өсөн дә уңайлы урын ул”, - тине Айгиз Ғиззәт улы. III "Китап - байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе хаҡында бар мәғлүмәтте https://kitap-bayram.ru/ сайтынан йә телеграм-канал аша белергә була.