Һәм, алған белемдәрҙе нығытыу өсөн, Әдилә Фәнил ҡыҙы Һунарғолова уҡыусыларға эш бирҙе: Бөйөк Еңеүгә арналған социаль ролик төшөрөү өсөн синопсис яҙырға. Әлбиттә, был сценарий структур яҡтан төҙөк һәм йөкмәткеле булырға тейеш.
Хәбәрселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотондо был эшкә. Һуңынан үҙ сценарийҙарын башҡалар алдында уҡып ишеттереп, бергәләп фекер алышыу ойошторолдо.