Уҡыусыларҙы сәләмләп, тележурналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина: "Ҡыйыу булығыҙ, башығыҙға берәй уй килһә, тотоғоҙ ҙа эшләгеҙ! Тап шундайҙар яңы үрҙәргә өлгәшә", - тине. Шулай уҡ 22 майҙа "Родина" кинотеатрында үтәсәк геройҙар хаҡындағы документаль фильмдың исем туйына саҡырҙы.
"Тамыр" телеканалының баш режиссеры Әдилә Фәнил ҡыҙы Һунарғолова балаларға социаль ролик һәм уны төшөрөү серҙәрен һөйләп үтте. Төрлө роликтар ҡарап, фекер алышыуҙа ла ихлас ҡатнашты уҡыусылар.