Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май , 17:26

Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!

Конкурс шарттары буйынса, кескәйҙәр ҡаһарман олаталары, ҡартаталары фоторәсеме менән төшкән фотоны, баҫмаға яҙылыу тураһында квитанцияһын беҙҙең төркөмгә ебәрергә тейеш ине.

Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!

Беҙ тәүге еңеүсене осраҡлы билдәләү программаһы аша таптыҡ. Улар - 5 йәшлек Әлиә менән Артур Садыковтар!

 

Ә икенсе бүләк хужаһын билдәләү өсөн айырым тауыш биреү үткәргәйнек. Һәм иң күп тауыш йыйып, Сәйҙә Хәмәева икенсе еңеүсебеҙ тип табыла! Ҡотлайбыҙ! 

 

Бүләккә иһә - шәп тәъҫораттар: еңеүселәрҙе Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөйәсәкбеҙ: Еңеү паркы, Хәрби дан музейы, М. Шайморатов һәйкәле һәм баш ҡалабыҙҙағы "Аҡбуҙат" кафеһында сәй эсеү.
Еңеүселәребеҙ менән өҫтәлмә рәүештә бәйләнешкә сығырбыҙ!

 

Бар ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Олатай, ҡартатайҙарҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ! Кескәйҙәр шуны белеп, рәхмәтле булып үҫһен!

Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Бөйөк Еңеүгә арналған конкурстың еңеүселәре табылды!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас