"Арктур" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурста ҡатнашыусылар яратҡан эшенә үҙҙәренең буш ваҡытын да бағышлай. "Һәр бала үҙенсә талантлы. Ә өҫтәмә белем биреү педагогтарының төп бурысы — шул һәләтте күрә белеп, артабан үҫтереү", - ти улар.
Өҫтәмә белем биреүҙең даирәһе киң: һүрәт төшөрөү, бейеү, ағас һырлау, робототехника, спорт, туризм. Һәр бала үҙенә оҡшаған шөғөлөн таба ала.
Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы 15 майға тиклем дауам итә. Ҡатнашыусылар бер-береһен дәртләндерһә, ярҙам итһә, тәрбиәләнеүселәр ҙә үҙ остаздарын еңеү менән көтә. Һәр ҡатнашыусы еңеүсе лә була алмаҫ, әммә үҙ уҡыусылары өсөн уларҙың һәр береһе - иң яҡшыһы!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.