+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 18:24

Башҡорт телен уҡытыуға - айырым иғтибар

12-13 майҙа Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтәсәк.

Башҡорт телен уҡытыуға - айырым иғтибар
Башҡорт телен уҡытыуға - айырым иғтибар

Был көндәрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 650 делегат йыйыласаҡ. Улар - Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының, Рәсәй төбәктәре учреждениеларының, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси Автономиялы округы-Югра, Мәскәү, Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашыуы көтөлә. Сара Башҡортостан Башлығы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, мәғариф өлкәһендә эшләгән урындағы үҙидара органдары булышлығында үтә. Сара барышында күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: