Шулай уҡ Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үткәрелгән "Мин - йәш Шәһитсе" журналының исем туйына йыйылған уҡыусыларҙы ла видео аша тәбрикләгәйне Эльвира Айытҡолова.
Кескәйҙәргә булған ихлас иғтибары, изге теләктәре өсөн Эльвира Ринат ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ.
"Мин - йәш Шәһитсе" журналында ла был онлайн-осрашыу хаҡында яҙҙыҡ.
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.