+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 14:14

Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?

Бөгөн республикабыҙ, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына ҡушылды. Быйыл да диктант өс вариантта яҙылды: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн.

Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?

Ағымдағы йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде, шулай уҡ быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы ла билдәләнә. Диктант темалары ла шуға күрә тыныслыҡ һәм берҙәмлек темаларына арналды. Яңы ғына төҙөлгән яҡты, иркен, заманса Өфө вуз-ара студенттар кампусында Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары, уҡытыусылар, медицина университеты студенттары йыйылды. Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант текстын "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыны.

Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Беҙ башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ, ә һеҙ?
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: