7 апрелдә «Танай йондоҙлоғо - 2025» беренсе балалар ижады фестивале – конкурсына ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ойоштороусылар -
Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында Запорожье өлкәһе журналистар союзы.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арнала. Фестиваль йәш таланттарҙы асыуға һәм уларға ярҙам итеүгә, илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән.
Конкурста 7-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр – шәхси башҡарыусылар, ижади коллективтар ҡатнаша ала.
Ижади йүнәлештәр:
* Вокал (соло һәм ансамбль башҡарыуы)
* Хореография
* Театр сәнғәте
* Художестволы һүҙ
Үткәреү этаптары:
1. Ғаризалар онлайн ҡабул ителә: видеояҙмаларҙы 30 апрелгә тиклем ебәреп ҡуйыу кәрәк.
2. Финалсыларҙы иғлан итеү: 20 майға тиклем.
3. Финал һәм гала-концерт 6-9 июндә Бердянскиҙа үтә.
Бәйләнеш:
E-mail: tanayfest2025@mail.ru