Белеүегеҙсә, октябрь айында беҙ йәш журналистарҙы Өфөлә йыйған инек һәм уҡыусылар 5 көн дауамында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында йәшәне. Шуға күрә беҙҙе ихлас ҡабул иткән гимназияға оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, яңы журнал һандарын уларға бүләк иттек. Гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлиховҡа һәм бар коллективҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Данлы, бай тарихлы гимназияла йәшәү республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған уҡыусыларыбыҙ өсөн ҙур мәртәбә булғандыр, тип ышанабыҙ. Сөнки балаларҙың күбеһе тап ошонда уҡырға теләге барлығын белдерҙе.
Проект Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырыла #ФСГОРБ #ГрантыРБ