Ул Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөнә (17 май) арналған.
Уның номеры: 8-800-2000-122, кеҫә телефондарынан шылтыратҡанда иһә 124 һанын йыйырға кәрәк.
2025 йылдағы онлайн-акцияның төп саралары:
1 апрель –акция башланды.
1 – 7 апрель – төбәк интернет-майҙансыҡтарында балаларҙың ышаныс телефоны тураһында видеоролик трансляциялана.
8 – 19 апрель – "Мин балалар ышаныс телефоны номерын беләм" челленджы.
20 – 30 апрель – "Шылтырат – һиңә ярҙам итерҙәр" ижади конкурсы.
Акция «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге интернет-майҙансыҡтарҙа үтәсәк. Ул Рәсәй Федерацияһының 85 төбәгенән балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, ата-әсәләрҙе һәм балалар ышаныс телефоны хеҙмәттәре белгестәрен берләштерә.