+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель , 10:50

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!

Хәҙер инде матур традицияға әйләнде был сара. Быйыл да республикала халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу ойоштороласаҡ. Ул йыл һайын апрелдең дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә. Быйыл диктант көндәре 26–28 апрелгә тура килә.

26 апрелдә 11 сәғәттә БСТ-ла тура трансляция була.

 

Диктант өс кимәлдә үтә:

 

*башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр кимәле

 

*башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле

 

*башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр кимәле.

 

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант Башҡортостан Башлығының бойороғона ярашлы ойошторола.

 

#башҡорттелендәдиктант #башдиктант2025 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: