-1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
2 Апреля 2025, 05:46

Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте

Ағымдағы йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан "Ләлә — Тюльпан" мәсетендә 2 апрелдә Рәсәй Мосолмандарының үҙәк диниә назараты вәкилдәре Рәсәй ислам университеты студенттары менән осрашты. Унда Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үттеҮҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте
Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте

Сараның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорттар, татарҙар һәм Рәсәйҙең башҡа мосолман халыҡтары күңелендә илһөйәрлек тойғоһон уятыуҙа мосолман лидерҙарының ролен күрһәтеү, шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының рухи ҡиммәттәрҙе һәм тыуған ерҙе яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтарын асыҡлау.

Осрашыуҙа махсус хәрби операция темаһы көнүҙәк булып торҙо. Бөгөнгө ваҡытта рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауҙа мосолмандарҙың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ - әңгәмә ошо хаҡта ла булды.

Фотолар Рәсәй ислам университеты сайтынан алынды.

Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте
Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте
Үҙәк диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының студенттар менән осрашыуы үтте
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас