Ғаиләгеҙ менән тәбиғәткә сығырға йыйынғанда, кейемегеҙҙә асыҡ ер булмаһын, балаларҙың кейеменә иғтибарлы булығыҙ. Акарицидлы һәм репеллентлы һиптерткестәр тураһында ла онотмағыҙ һәм һәр 15-20 минут һайын үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы тикшерегеҙ.
Әгәр талпан менән осрашҡан булһағыҙ, уны Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәренә тикшереүгә тапшырырға кәрәк.